Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

БР Йәмәғәт палатаһы республика парламенты менән Килешеү кимәлендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Йәмғиәт

Башҡортостандың өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Килешеү проекты әҙерләй. Был хаҡта палата рәйесе Рәмил Бигнов республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, документта йәмғиәт мәнфәғәттәренән сығып бергәләп эшләү механизмдары билдәләнәсәк.

— 8 сентябрҙә һайлауҙар үтә, БР Дәүләт Йыйылышының яңы составы формалашасаҡ. Ул эшләй башлағанға тиклем закон сығарыу инициативалары булараҡ күрһәтелгән тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Килешеү проекты әҙерләйбеҙ. Ошо йәһәттән республика парламенты комитеттары һәм комиссиялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу күҙ уңында тотола, — тип хәбәр итте Рәмил Бигнов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть