4 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2013 йыл, 9:54

Башҡортостан Президенты граждандарҙы дөйөм ятаҡтарҙан күсереү программаһын әҙерләргә ҡушты

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Йәмәғәт палатаһына граждандарҙы дөйөм ятаҡтарҙан күсереү программаһын әҙерләргә ҡушты. Бындай тәҡдим шаршамбы, 14 августа, төбәк башлығының өсөнсө саҡырылыш палата ағзалары менән осрашыуында әйтеп ишеттерелде.

— Минең һеҙгә тәҡдимем бар – 20-30 йыл элек яҙмыш ҡушыуы буйынса ятаҡтарҙа урынлашырға мәжбүр булған кешеләрҙе шул бүлмәләренән күсереү программаһын әҙерләргә тәҡдим итәм, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов БР Йәмәғәт палатаһы ағзаларының яңы составына. – Кисә Стәрлетамаҡта бындай ятаҡтарҙың береһендә булдым: был параллель донъя. Йөҙәрләгән кеше бик ауыр шарттарҙа йәшәй. Иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәү күпкә еңелерәктер ҙә, унда исмаһам кешенең үҙ мөйөшө бар. Дөйөм ятаҡтарҙа йәшәгән граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырырға мөмкинлек биргән ниндәйҙер программа кәрәк. Беҙҙә күп балалы ғаиләләр буйынса программалар бар – уларға ер участкалары бирәбеҙ. Шулай уҡ иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ буйынса ниндәйҙер гарантиялар бар: алдағы өс-дүрт йылда был өлкәгә 10 миллиард һумға тиклем аҡса йүнәлтәсәкбеҙ. Әммә бер нисә быуынды һыйҙырған ятаҡтар ҙа бар, уларҙа ололар ҙа, уларҙың балалары ла, ейәндәре лә бер бүлмәлә йәшәй. Йәшәү өсөн бер ниндәй шарттар юҡ, бысраҡ. Халыҡтың тотош бер ҡатламын һәләк итәбеҙ. Улар унда бөтөнләй икенсе тормош менән йәшәй – эскегә һалыша, наркомандарға әүерелә.

Республика Президенты иҫәпләүенсә, был мәсьәләне айырым тикшерергә кәрәк: нисә кеше дөйөм ятаҡтарҙа йәшәй, бөтәһе нисә ятаҡ бар һәм уларҙың нисәүһе йәшәргә яраҡлы.

— Йәмәғәт палатаһы күҙлегенән сығып та ҡарағыҙ, — тип мөрәжәғәт итте республика башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларға. – Әгәр был мәсьәләне әҙ генә булһа ла урынынан ҡуҙғатып, ыңғай тәжрибә булдыра алһаҡ, артабан был тәжрибәне ил кимәлендә йәйелдерергә булыр ине. Был мәсьәлә тиҫтәләгән мең кешенең яҙмышына ҡағыла.

темалар: бр президенты