3 декабрь, Шәмбе

14 август 2013 йыл, 17:14

БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары төбәктә Эшҡыуарлыҡ йорто асырға теләй

автор: Людмила Терновая

Республика башлығының Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында Палата ағзаһы Денис Мусин Өфөлә Эшҡыуарлыҡ йорто асыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап Президентҡа мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә республика эшҡыуарҙарының үҙҙәренең айырым майҙансығы юҡ. Унда түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, эшлекле осрашыуҙар, съездар үткәрергә булыр ине. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларында бындай Эшҡыуарлыҡ йорттары бар, тип һөйләне Палата ағзаһы. Әлеге ваҡытта осрашыуҙар үткәреү өсөн майҙан бүлеү үтенесе менән ведомстволарға мөрәжәғәт итергә тура килә.

— Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә уйларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ниндәйҙер бүлмә һайларға кәрәк. Әлеге ваҡытта Конгресс-холл яңыртыла, бинаның бер ҡаты үҙгәртеләсәк. Бүлмәне шунан бүлергә була. Икенсе яҡтан, был мәсьәлә буйынса Өфө хакимиәте менән кәңәшләшергә кәрәк: улар байтаҡ бүлмәләрҙе ҡуртымға бирә.