Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә «Баланы спортҡа йәлеп ит» проекты старт алды [ВИДЕО]

Спорт

Шишәмбе, 13 августа, «Башинформ» агентлығында «Баланы спортҡа йәлеп ит» проектының презентацияһы үтте. Проект республикала «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы һәм Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды ярҙамында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, киң йәмәғәтселек араһында спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спорт төрөн һайлағанда балаға практик ярҙам күрһәтеү проекттың төп маҡсаттары булып тора, тип билдәләй ойоштороусылар.

Сарала билдәләүҙәренсә, 26 августан 20 сентябргә тиклем Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында (Коммунистик урамы, 39) балаларҙы спорт секцияларына ҡабул итеү буйынса махсус комиссия эшләйәсәк. Уның составында — билдәле спортсылар, тренерҙар, табиптар. Комиссия ағзалары һорауҙарға яуап биреп, бала өсөн кәрәк булған спорт төрөн һайларға һәм секцияға йүнәлтмә алырға ярҙам итәсәк.

Әлеге ваҡытта балалар тәҡдим ителгән 42 спорт төрөнән үҙҙәре өсөн иң ҡулайлыһын һайлап алыу мөмкинлегенә эйә.

— Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу ололарҙың төп бурыстарының береһе булып тора. Был программаға ҙур теләк менән ҡушылдым. Балаларҙы компьютерҙан айырып, уларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләргә теләйем, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова.

— Беҙ 14-кә яҡын төркөм асырға планлаштырабыҙ. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Сөнки спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр бик күп. Беҙгә хатта 5 йәшлек кескәйҙәрҙе лә алып киләләр,  - тип һөйләне «Өфө» футбол клубы ағзаһы Флер Фәхретдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть