Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ҡауын көнө» төркмән милли байрамы үтәсәк

Йәмғиәт

Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге паркында 15 августа төркмән халҡының «Ҡауын көнө» тип аталған милли байрамы үтә. Сара Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала.

Байрамды ойоштороусылар булып БР «Берҙәмлек» төркмән милли-мәҙәни үҙәге һәм Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте сығыш яһай.

Август айының икенсе йәкшәмбеһе Төркмәнстанда милли байрам – Ҡауын көнө булып тора. Уны 1994 йылдың июлендә илдең тәүге президенты Сапарморат Ниязов булдырған. Башҡортостан баш ҡалаһында был байрам тәүгә үтәсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла татлы ҡауын һәм ҡарбуздан ауыҙ итә аласаҡ.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн шулай уҡ концерт ойоштороласаҡ, унда Һамар, Һарытау, Пермь, Түбәнге Новгород, Татарстан һәм Башҡортостандағы төркмән диаспоралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Байрам 18 сәғәттә башлана. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-70-52, 273-58-07.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть