3 декабрь, Шәмбе

14 август 2013 йыл, 12:47

Башҡортостан Президенты «ДревПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеген ентекле тикшерергә ҡушты

автор: Эльвира Латипова

«ДревПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге законға ярашлы булыу-булмауы йәһәтенән ентекле тикшереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе, 13 августа, Стәрлетамаҡ халҡы менән осрашыу барышында белдерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ойошма финанс хеҙмәттәре өлкәһендә үтә уңайлы хеҙмәттәр тәҡдим итә, һәм был, әлбиттә, халыҡта шик тыуҙыра.

— Беҙ «МММ» компанияһына һәм алданған өлөшсөләргә бәйле ваҡиғаларҙы баштан үткәрҙек инде. Республика бурыстарҙы ҡапларға ла мәжбүр булды. Ә хәҙер төбәктә, Стәрлетамаҡта «ДревПром» фирмаһы барлыҡҡа килде, ул үтә уңайлы шарттарҙа бурыстарҙы ҡаплау буйынса хеҙмәттәр тәҡдим итә, — тип һөйләне ҡаланың Ветерандар советы президиумы ағзаһы Александр Кузенёв.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «ДревПром» компанияһына бәйле хәл тикшереләсәк. Республика етәксеһе халыҡты һаҡ булырға саҡырҙы.

— Еңел аҡса эшләүгә, арзан фатирҙарға, арзан машиналарға ышанмағыҙ – улар ялған, — тине Президент. – Квадрат метры 10-20 мең һум торған арзан фатирҙар, нуль процент ставкалы кредиттар, йылына 40-50 процент биргән килем сығанаҡтары юҡ. Улар була ла алмай.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары «ДревПром» фирмаһы эшмәкәрлегендә финанс пирамидаһы һәм ялған билдәләренең булыу-булмауын тикшерергә тейеш. Әгәр ҙә улар бар икән, кешеләргә был хаҡта тиҙ арала хәбәр итергә һәм саралар күрергә кәрәк.