6 декабрь, Шишәмбе

14 август 2013 йыл, 11:40

Рөстәм Хәмитов: «Стәрлетамаҡ әҙер продукция етештереү күләмдәрен арттырырға тейеш»

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Донъя баҙарында сеймалға һорау кәмеү сәбәпле Стәрлетамаҡта сәнәғәт производствоһы күләмдәренең кәмеүе әҙер продукция өлөшөн арттырыу кәрәклеге хаҡында һөйләй. Был хаҡта БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Стәрлетамаҡ халҡы менән осрашыуында әйтелде.

— 2013 йылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнәғәт производствоһы үҫеше йәһәтенән күрһәткестәр бик яҡшы түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Аҡса йүнәлтелә, яңыртыу эштәре алып барыла, әммә һорау кәмей. Тәү сиратта был Стәрлетамаҡ предприятиеларына тәьҫир итте.

Президент һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡта сәнәғәт производствоһы күләмдәре тәүге ярты йыллыҡта 4-5 процентҡа кәмегән, был ҡаланың башҡа социаль-иҡтисади күрһәткестәренә лә йоғонто яһаған.

— Был донъяүи көрсөктөң дауам итеүе тураһына һөйләй. Ә беҙ, нигеҙҙә, сеймал продукцияһы етештереүсе булараҡ, үҙ позицияларыбыҙҙы юғалта башлайбыҙ, — тине республика етәксеһе. – Беҙ сеймал поставкалаусы булып ҡалырға тейеш түгел. Шуға күрә бында әҙер продукция етештергән производстволарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яңы производстволар төҙөүгә айыҡ аҡыл менән ҡарарға, сәнәғәт объекттарының экологияға ниндәй йоғонто яһауына дөрөҫ баһа бирергә, был ҡатмарлы теманы сәйәсәткә ҡормаҫҡа кәрәк.

Стәрлетамаҡ халҡы Президент менән байтаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика етәксеһенә ҡаланы социаль үҫтереү, территорияны төҙөкләндереү, юлдар төҙөү, туризмды үҫтереү, күп фатирлы йорттарға ремонт үткәреүгә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.