5 декабрь, Дүшәмбе

14 август 2013 йыл, 10:41

Өфөлөләр йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына юл алды

автор: Дмитрий Слезин

2013 йылдың 14-19 авгусында Канаданың Виндзор ҡалаһында 47-се Халыҡ-ара балалар уйындары үтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, март башында Өфө мэры Ирек Ялалов ярыштар флагын һәм эстафета утын Виндзор вәкилдәренә – ҡышҡы Уйындарҙан йәйге ярыштарға тапшырғайны.

Әлеге спорт форумында 100-ҙән ашыу ил вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Канадаға Өфө делегацияһы ла юлланды. Команда составында – 11 бала. Улар еңел атлетика һәм волейбол буйынса көс һынашасаҡ.