Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика Президенты: «2015 йыл аҙағына Стәрлетамаҡта балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш»

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта алдағы йылдарҙа балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш – был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе, 13 августа, Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәре йомғаҡтары буйынса ҡала халҡы менән осрашыу барышында белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, быйыл бер балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла, йәнә дүртәүһе яңыртыла. Һөҙөмтәлә ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 800-900 яңы урын булдырыласаҡ. Шундай уҡ эштәр үткән йылда ла башҡарылды.

— 2015 йыл аҙағына Стәрлетамаҡта балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. – Йыл һайын республика кимәлендә был маҡсаттарға 3-4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть