Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов юғары дәрәжәле чиновниктарға шелтә белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер нисә юғары дәрәжәле чиновникка шелтә белдерҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналына БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов хәбәр итеүенсә, республиканың юғары уҡыу йорттарына билдәле рәсми кешеләрҙең балалары маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән. Асыҡланыуынса, ҡайһы бер абитуриенттарҙың балдары хатта юғары ла булмаған. Был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләрҙән билдәле булды.

«Мәҡәлә факты буйынса Президент Хакимиәтендә махсус комиссия булдырылды. Түбәндәгеләр асыҡланды: ҡайһы бер юғары дәрәжәле чиновниктарҙың балалары, ысынында ла, маҡсатлы йүнәлтмәләр алған. Был уларҙы башҡа абитуриенттарҙан өҫтөн ҡуйған. Юридик йәһәттән бында ҡанун боҙоуҙар юҡ, әммә әхлаҡи яҡтан был ярамаған ҡылыҡ. Шуға күрә Президент Хөкүмәт ағзаларының балаларына бүленгән барлыҡ маҡсатлы йүнәлтмәләрҙе ғәмәлдән сығарырға тигән ҡарар ҡабул итте. Юғары уҡыу йорттарына улар, БДИ буйынса йыйған балдарына ярашлы, башҡалар менән бер тигеҙ шарттарҙа уҡырға инәсәк. Бынан тыш, Президент был ваҡиғала ҡатнашҡан Хөкүмәт ағзаларына шелтә белдерҙе», — тип билдәләне Аббас Ғәлләмов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть