6 декабрь, Шишәмбе

13 август 2013 йыл, 17:36

Өфөнөң Октябрь районында сәскәләр фестивале үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә 16 августа Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында сәскәләр фестивале үтә.

Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сарала предприятиелар, учреждение һәм ойошмалар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм район халҡы ҡатнашасаҡ.

Фестиваль программаһында сәскәләр күргәҙмәһе, сәскәләр үҫтереү буйынса белгестәр консультацияһы һәм художестволы үҙешмәкәрлек артистары ҡатнашлығында ҙур концерт ҡаралған.

Сәскәләр байрамы 15 сәғәттә башлана.