3 декабрь, Шәмбе

13 август 2013 йыл, 16:40

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы ҡан тамырҙары үҙәгенең мөмкинлектәрен баһаланы

автор: Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Бөгөнгө эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһында урынлашҡан 3-сө төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә булды.

Ҡан тамырҙары үҙәге 2013 йылдың февралендә эшләй башлаған, уны төҙөүгә республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Февраль айынан башлап үҙәктә 60-тан ашыу операция эшләнгән.

Июлдән башлап үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй. Клиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, табиптар интернет аша снимоктарҙы һәм тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен Өфөләге шундай уҡ үҙәккә ебәреп, ундағы белгестәр менән кәңәшләшә ала. Үҙәк составында дүрт бүлек бар: неврология, кардиология, нейрохирургия, шулай уҡ диагноз ҡуйыуҙың һәм дауалауҙың рентгенохирургия алымдары бүлектәре. Бында Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Ишембай районынан табиптар эшләй. Ҡан тамырҙары үҙәге Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Салауат, Мәләүез һәм 10 район халҡын хеҙмәтләндерә.

Рөстәм Хәмитов табиптар менән аралашып, үҙәктә булған проблемалар хаҡында ҡыҙыҡһынды.

— Йәш белгестәр етешмәү төп проблема булып тора, — тип хәбәр итте Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се клиник дауахананың 2-се нейрохирургия бүлеге мөдире Эдгар Һаҙыев. – Сәбәптәрҙең береһе – торлаҡ мәсьәләһе. Дауахана Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылғанға күрә, белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен берәү ҙә хәл итмәй.

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығына был мәсьәләне ентекле тикшерергә ҡушты.

«Медицина өлкәһендә кадрҙар дефициты булырға тейеш түгел», — тине республика Президенты.