3 декабрь, Шәмбе

13 август 2013 йыл, 15:44

Республика Президенты Стәрлетамаҡта балалар баҡсаһын төҙөү барышын тикшерҙе

автор: Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәре барышында төҙөлөп ятҡан «Өс капитан» балалар баҡсаһы бинаһын ҡараны.

Ике ҡатлы учреждение төҙөүгә 110 миллион һум аҡса тотонолған. Бинаның беренсе ҡатында төркөмдәр, кер йыуыу бүлмәһе, бассейн, медицина блогы һәм администрация кабинеты урынлашҡан. Икенсе ҡатта — физкультура һәм музыка залдары, педагог-психолог һәм логопед бүлмәләре, өҫтәмә белем биреү кабинеты. Балалар баҡсаһы 210 сабыйға иҫәпләнгән.

Өҫтәмә белем биреү учреждениеһы биләмәһендә, 12 уйын майҙансығынан тыш, ике физкультура майҙансығы бар.

Балалар баҡсаһы 2012 йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған, яҡын арала уны асыу планлаштырылған. Әммә, республика Президентының визиты барышында асыҡланыуынса, бина балаларҙы ҡабул итергә әҙер түгел. Бында әле эшләнеп бөтмәгән эштәр байтаҡ.

— Һеҙ ферма түгел, ә балалар баҡсаһы төҙөйһөгөҙ, — тине республика башлығы, «Төҙөкләндереү» фирмаһы директоры Илһар Гусейновҡа мәрәжәғәт итеп. – Бындай насар төҙөлгән балалар баҡсаһын мин тәүгә күрәм. Беҙгә бындай сифат кәрәкмәй.

Президент подрядсыға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты, ә төҙөлөш комплексы етәкселегенә бындай социаль әһәмиәтле объекттарҙы намыҫлы эшләгән подрядсыларға тапшырырға кәңәш итте.