9 декабрь, Йома

13 август 2013 йыл, 14:50

Башҡортостан Президенты Стәрлетамаҡта мебель фабрикаһының етештереү майҙансыҡтарын ҡараны

автор: Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәре барышында «Антарес» мебель фабрикаһының етештереү майҙансыҡтарын ҡараны.

Предприятие ҡаланың мебель эшләү һәм ремонтлау фабрикаһы нигеҙендә 1992 йылда индивидуаль мебель етештереү фабрикаһы булараҡ асылған. «Антарес» 12 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан. Сауҙа вәкиллектәре Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалаларында бар. Производствола 200-гә яҡын кеше эшләй.

Предприятие продукцияһы Башҡортостандың Өфө, Бәләбәй, Белорет, Салауат, Мәләүез ҡалаларында һәм яҡындағы райондарҙа, шулай уҡ Рәсәйҙең Төмән, Нижневартовск, Когалым, Ырымбур, Санк-Петербург һәм Яр Саллы ҡалаларында һатыла. Әлегә предприятие сеймалды Рәсәй төбәктәренән һатып ала. Киләсәктә кәрәкле материалды урындағы баҙарҙан һатып алыу планлаштырыла, атап әйткәндә, «Кроношпан» ағас эшкәртеү заводына иҫәп тотола.

Мебель Европа ҡорамалдарында эшләнә, станоктар паркы йыл һайын яңыртыла. Әлеге ваҡытта предприятиеға заманса ҡорамал поставкалау буйынса Италияның SСМ компанияһы менән килешеү төҙөлгән. Яңы автоматлаштырылған линия етештереү күләмдәрен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Рөстәм Хәмитов производствоны ҡарап сыҡты, сауҙа-күргәҙмә залында булды, предприятиела булған проблемалар хаҡында ҡыҙыҡһынды.

— Төп проблема производствоның тулы ҡеүәтенә эшләмәүендә, — тип билдәләне фабрика директоры Федор Боргардт. – Предприятие мөмкинлектәренең ни бары 40 проценты ғына файҙаланыла. Шулай уҡ үҙ продукциябыҙҙы Өфөлә тәҡдим итергә теләр инек – әлегә Стәрлетамаҡ мебелен өфөлөләр тик күмәртәләп һатыу компаниялары аша һатып ала.

— Урындарҙа сифатлы продукция етештереүселәргә ярҙам итергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп. – Майҙан бүлеү мәсьәләһен Өфө мэры Ирек Ялалов менән тикшереп, уны хәл итеү юлдарын табырға кәрәк.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов «Медведь» ағас эшкәртеү предприятиеһында булды. 2006 йылдан башлап бында ағасты тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Предприятиела плинтустар, йөҙлөктәр, евровагонка, таҡта һәм башҡа продукция әҙерләнә. Айына 300-400 кубометр продукция эшләп сығарыла. Етештереү күләмдәре йылына 75 миллион һум тәшкил итә.

Стәрлетемаҡ буйлап эш сәфәре сиктәрендә республика Президенты «Стәрлетамаҡ Профиль М» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Предприятие бүлмәләрҙе эске яҡтан биҙәү, фасадтар һәм ҡыйыҡтар өсөн профилдәр етештереү буйынса махсуслашҡан.