3 декабрь, Шәмбе

13 август 2013 йыл, 13:01

Стәрлетамаҡтың сүп-сарҙы сорттарға айырыу станцияһы ҡалдыҡтарҙан 40 файҙалы компонент ала

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Стәрлетамаҡтың «Вториндустрия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса заманса комплекс 2012 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылды. Ул йылына йөҙ мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә һәләтле. Ҡалдыҡтарҙың яртыһы ҡайтанан эшкәртеүгә йүнәлтелә, уларҙан 40 төр файҙалы компонент алына. Сүп-сарҙы сорттарға айырыу станцияһы эшмәкәрлеге менән Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

2001 йылдан башлап Стәрлетамаҡтағы ҡалдыҡтар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарып түгелә. Проектҡа ярашлы, полигондың беренсе сираты мөмкинлектәре 2012 йылға тиклем иҫәпләнгән ине, әммә сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын асыу уға оҙағыраҡ эшләргә мөмкинлек бирҙе. Шуға өҫтәп, 2014 йылдың май-июнь айҙарында полигондың икенсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул ҡаланы йәнә 40 йыл самаһы хеҙмәтләндерәсәк, тип көтөлә.

Эшләй башлағандан алып сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы яҡынса 240 мең кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ҡабул иткән. Уларҙы сорттарға айырғандан һәм тығыҙландырғандан һуң, полигонға 13,7 мең кубометр сүп-сар сығарып түгелгән.

Алдағы ваҡытта бында Санк-Петербургтан ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы ваҡлау өсөн тәғәйенләнгән «Шредер» ҡоролмаһы килтереләсәк. Ул ваҡытта полигон ресурстары 60 йылға етәсәк. Заманса полигон төҙөүгә йәмғеһе 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, 2013 йыл аҙағынаса йәнә 60 миллион һум бүлеү планлаштырыла.

Киләсәктә республиканың Стәрлетамаҡ районында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Ул Ғафури һәм Ауырғазы райондарын, Салауат һәм Ишембай ҡалаларын үҙ эсенә аласаҡ.

— Һеҙ ҙур эш эшләнегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп. – Был республикала тәүге заманса сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы булып тора. Ярҙам итәсәкбеҙ.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өлкәһендә тәртип булдырырға кәрәк. Сентябрь урталарына тиклем республика Хөкүмәтендә был темаға арналған махсус кәңәшмә үткәреү планлаштырыла.