Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһы реконструкциянан һуң 2014 йылда асыласаҡ

Сәйәсәт

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәре барышында «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһын реконструкциялау барышы менән танышты.

50 йыл элек төҙөлгән бинала ремонт үткәреү өсөн 100 миллион һум аҡса бүленгән. Эш барышында белгестәр бинаны тотоп торған конструкцияларҙың эштән сыҡҡан булыуын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә ремонт бюджеты 150 миллион һумға тиклем арттырылған.

— Бөгөнгө көнгә бина фасадын һәм ҡыйығын реконструкциялау тамамланды, биш ҡатлы объекттың икенсе ҡатында эштәр дауам итә, — тип хәбәр итте «Риком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ринат Райманов. – Ҡунаҡтар 62 бүлмәлә урынлаштырыла – уларҙа ремонт эштәре тамамланды.

Ҡунаҡхана хужалары Стәрлетамаҡ эргәһендәге Шахтауҙа тау саңғыһы курорты асылыу сәбәпле туристарҙың күпләп килеүенә өмөт итә. Комплекс алдағы тау саңғыһы миҙгелендә эшләй башлаясаҡ.

«Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһы 1964 йылда төҙөлгән. Бинаның дөйөм майҙаны 3691,70 квадрат метр тәшкил итә. Яңыртылған ҡунаҡхананы 2014 йылда асыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть