Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 622 мең тонна иген һуғып алынған

Иҡтисад

Башҡортостанда 10 һәм 11 августа иген, ҡуҙаҡлы иген һәм, көнбағыштан тыш, май культуралары 44 мең гектар майҙанда сабылған (ике процент), 47 мең гектарҙа һуғып алынған (өс процент).

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ике көн эсендә Шаран районы аграрийҙары был йәһәттән күрһәткестәрен ете процентҡа яҡшыртҡан.

Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар арҡаһында үткән ял көндәрендә республиканың алты районында эштәр туҡталып торған.

Бөгөнгө көнгә иген, ҡуҙаҡлы иген һәм, көнбағыштан тыш, май культуралары Башҡортостанда 360 мең гектар майҙанда сабылған (планға ҡарата — 20 процент), 346 мең гектарҙа һуғып алынған (20 процент). Ауырғазы, Баҡалы, Дүртөйлө, Краснокама, Көйөргәҙе райондары хужалыҡтары был күрһәткестәр буйынса лидерҙар иҫәбендә.

Өҫтә һанап үтелгән культураларҙың уртаса уңышы гектарынан 18 центнер тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ районында – гектарынан 27,4 центнер, Мәләүез районында – 25,1 центнер, Саҡмағош районында 25 центнер йыялар.

Дөйөм алғанда, төбәктә 622 мең тонна иген һуғып алынған. Шуларҙың 52,7 мең тоннаһы – Стәрлетамаҡ районы, 37,4 мең тоннаһы – Мәләүез, 31,3 мең тоннаһы – Саҡмағош, 30,7 мең тоннаһы Дүртөйлө районы аграрийҙарына тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть