Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Фән фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

14 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһында «Фән фестивале» байрамы үтә, тип хәбәр иттеләр БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән.

Саралар фестивалдең бер нисә майҙансығында үтәсәк. Мәктәп уҡыусылары ҡыҙыҡлы химик һәм физик тәжрибәләрҙә, ғилми бәйгеләрҙә ҡатнаша аласаҡ. Студенттар өсөн биотехнологиялар, нанотехнологиялар буйынса тематик секциялар ойоштороу планлаштырыла. Улар алдында шулай уҡ билдәле ғалимдар лекциялар менән сығыш яһаясаҡ. Йәш белгестәр һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.

Байрамды ойоштороусылар булып БР Фәндәр академияһы һәм төбәктең Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть