Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтары тураһында белешмә китап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының мәғлүмәт-библиография бүлеге Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына ҡарата «Киләсәк быуындар өсөн һаҡлайыҡ» («Сохраним для будущих поколений») исемле белешмә әҙерләп сығарҙы.

Тәбиғәт донъяһының байлығы һәм күп төрлөлөгө, Башҡортостандың экологик именлеге мәсьәләләре тураһында мәғлүмәт биреү белешмәнең төп маҡсаты булып тора. Баҫмаға китаптар, йыйынтыҡтар исемдәре, башҡорт, рус һәм татар телдәрендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙан, йыйынтыҡтарҙан мәҡәләләр исемдәре индерелгән. Тупланған материал 1963 йылдан алып 2013 йылға тиклемге 50 йыллыҡ осорҙо үҙ эсенә ала.

Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға – крайҙы өйрәнеүселәргә, студенттарға, мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән.

Белешмә менән БР Милли китапханаһының мәғлүмәт-библиография бүлегендә танышырға була, тип хәбәр итте китапхана хеҙмәткәре Загина Әғзәмова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть