10 декабрь, Шәмбе

13 август 2013 йыл, 9:17

Силәбелә башҡорт балы көндәре үтәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбелә икенсе «Башҡорт балы көндәре» күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Уны ойоштороуҙа БР Хөкүмәте, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ҡатнаша.

Күргәҙмәлә Силәбе халҡы өсөн данлыҡлы башҡорт балының иң яҡшы сорттары, шулай уҡ умартасылыҡ продукттары тәҡдим ителәсәк. Сарала Башҡортостандан 30-ға яҡын умартасы ҡатнашасаҡ.

Йәрминкә сиктәрендә бал бәйгеһе ойоштороласаҡ. Һатып алыусыларҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә еңеүсегә күргәҙмә дипломы тапшырыласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.