11 декабрь, Йәкшәмбе

12 август 2013 йыл, 17:12

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы башланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Киң мәғлүмәт сараларында БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһы башланды, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Агитация өсөн бушлай эфир ваҡыты түбәндәге киң мәғлүмәт сараларында бүленә: «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» (БЮТ) һәм «Россия» (Россия-1) телеканалдарында, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «Радио России» һәм «Юлдаш» радиоканалдарында. Бушлай урын шулай уҡ түбәндәге республика матбуғат баҫмаларында бирелә: «Башҡортостан», «Республика Башкортостан», «Кызыл таң», «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет», «Истоки», «Урал сасси», «Чолман», «Ошмес» гәзиттәрендә.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына йәмғеһе 25 телерадиотапшырыуҙар ойошмаһынан, Башҡортостан халыҡтарының алты телендә 146 гәзит сығарған 127 баҫма матбуғат редакцияһынан һайлау алды агитацияһында ҡатнашыу тураһында белдереү ҡағыҙы ҡабул ителгән. Тәүгә агитация кампанияһында дүрт интернет-баҫма ҡатнашасаҡ.

Киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы 6 сентябргә тиклем барасаҡ.