7 декабрь, Шаршамбы

12 август 2013 йыл, 16:20

Йыл башынан алып төбәктә 40 хужалыҡ «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы статусын алды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың йәнә ике ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы — «500 ферма» республика комплекслы программаһында ҡатнашыусы статусын алды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хужалыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, 2013 йыл башынан алып республиканың 40 хужалығы программала ҡатнашыусы статусын алған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «500 ферма» программаһы әлеге ваҡытта 15 районда уңышлы тормошҡа ашырыла.

«Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһы 2012 йылдың яҙында тормошҡа ашырыла башланы.

Тәүге йылда программала төбәктең 67 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашты, был ваҡыт эсендә уларҙа 70-тән ашыу һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылды.

2013 йылдан башлап субсидиялау ставкалары артты: яңы төҙөлөш һәм реконструкция өсөн бер мал урынына — 35 мең һумға тиклем, капиталь ремонт барышында бәйһеҙ тотоу өсөн — бер мал урынына 20 мең һумға тиклем.

Бынан тыш, һауыу залдарын төҙөү-монтажлау эштәре өсөн – 1,5 миллион һумға тиклем, һөт блоктары өсөн — 1 миллион һумға тиклем, заманса һауыу залдары һәм ирекле һауыу системаһын алыу өсөн 2,5 миллион һумға тиклем субсидия билдәләнде.