Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала Урал төбәгенең биологик төрлөлөгөн һаҡлау буйынса конференция үтәсәк

Йәмғиәт

«Урал төбәгенең һәм уның менән сиктәш булған биләмәләрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау мәсьәләләре» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу өсөн заявкалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғилми форум 26 һәм 27 сентябрҙә Күгәрсен районында үтә.

Урал төбәгенең һәм уның менән сиктәш булған биләмәләрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу сараның төп маҡсаты булып тора.

Фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороусылар булып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы сығыш яһай.

Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть