10 декабрь, Шәмбе

12 август 2013 йыл, 14:43

Рөстәм Хәмитов һәм Наталья Ярыгина Башҡортостанда ирекле көрәште үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 12 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы вәкилдәре – вице-президенттар Наталья Ярыгина һәм Омар Муртузалиев менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры – Иван Ярыгин фонды приздарына мемориал үтә. Ярыштарҙа почетлы ҡунаҡ сифатында легендар көрәшсенең тол ҡатыны булып китте.

Республика Президенты менән осрашыуҙа Башҡортостанда ирекле көрәште үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Салауатта барған әлеге турнирҙың артабанғы яҙмышы тикшерелде

— Әлбиттә, бында Наталья Алексеевнаның Салауат ҡалаһында ҡыҙҙар араһында йыл һайын турнир үткәреү буйынса башланғысын яҡлау маҡсатында килдек, — тип билдәләне Омар Муртузалиев. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда был спорт төрөн үҫтереү беҙҙең өсөн үтә мөһим. Бының өсөн төбәктә яҡшы нигеҙ бар. Башҡортостандың күп кенә ҡыҙҙары төрлө ярыштарҙа призлы урынар яулай. Республика Президенты менән тап ошо теманы тикшерҙек, ирекле көрәште үҫтереү өсөн шарттар булдырыу тураһында һөйләштек. Ул быйыл Иглин районының Сыуаш-Ҡыбау ауылында спорт залы асыу мәсьәләһендә ярҙам итергә һүҙ бирҙе.

— Беҙҙең Фонд көрәште популярлаштырыу менән шөғөлләнә, — тип һөйләне Наталья Ярыгина үҙе етәкләгән фонд тураһында. – Төрлө турнирҙар, балалар өсөн ярыштар үткәрәбеҙ. Хәҙер инде был турнир тыуған яғымда – Салауат ҡалаһында ла йыл һайын ойоштороласаҡ. Быға сикһеҙ шатмын, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Наталья Алексеевна.