4 декабрь, Йәкшәмбе

12 август 2013 йыл, 12:54

Башҡортостан Президенты Волга буйында, Уралда һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡынға бәйле хәл буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 10 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатмарлы метеорологик шарттар күҙәтелгән төбәктәрҙәге хәл буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмәне Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Сарала Волга буйында, Уралда һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар тикшерелде, тип хәбәр ителә Башҡортостан Президенты сайтында.

Ил башлығы фекеренсә, барлыҡ эштәр халыҡ ихтыяжынан, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һәм именлеген тәьмин итеүҙән сығып башҡарылырға тейеш.

Рәсәй Президенты төбәк башлыҡтарын һәм федераль ведомстволарҙы халыҡҡа кәрәкле ярҙам күрһәтеү, кешеләрҙең хужалыҡтарын һәм юғалтҡан мөлкәтен тергеҙеү йәһәтенән хәлде тикшерергә саҡырҙы.

Владимир Путин РФ Финанс министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Төбәктәр үҫеше министрлығына Рәсәй төбәктәрендә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн федераль бюджеттан бүленәсәк средстволар күләмен билдәләргә ҡушты.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов видеоселектор кәңәшмәһендә билдәләүенсә, һыу 8 августа ҡапыл күтәрелә башлаған. Ни бары ике көн эсендә – 8 һәм 9 августа – яуым-төшөм 250 миллиметр тәшкил иткән.

— Төбәктә ун ауылды һыу баҫты. Һөҙөмтәлә 250 йорт һәм ихата зыян күрҙе. Яҡынса 800 кешене, шул иҫәптән 250 баланы эвакуацияланыҡ. Ваҡытлыса тороу пункттарына 700 кеше йүнәлтелде. Кешеләр алты мәктәптә урынлаштырылды, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

Үҙенең сығышында Башҡортостан Президенты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы һәм урындағы властарҙың дәррәү һәм тиҙ эшләүен билдәләне.

Дөйөм алғанда, кешеләрҙе бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалыу өсөн һигеҙ ваҡытлыса тороу пункты булдырылды. Уларҙың һәр береһендә туҡланыу ойошторолдо.

— Иң мөһиме – һәләк булыусылар юҡ, социаль объекттар емерелмәне, — тине кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты. – Әлбиттә, баҡсалар, ауыл хужалығы биләмәләре ҙур зыян күрҙе. Үҙем барыһын да барып күрҙем. Әммә был эште йырып сыға аласаҡбыҙ. Миңә Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы шылтыратып, ярҙам тәҡдим итте. Әммә барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡара аласаҡбыҙ. Был йәһәттән барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайым.

Республика Президенты һүҙҙәренсә, халыҡ араһында бер ниндәй ҙә ғауға юҡ, килеп тыуған хәл барыһын да берләштерҙе.

— Кешеләр үҙҙәрен тыныс тотто, көнө-төнө эшләне. Күршеләр бер-береһенә ярҙам итте. Техника етерлек. Был йәһәттән беҙҙә барыһы ла яҡшы ойошторолған, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ауылдарҙа электр энергияһы, газ, һыу бар. Был афәт эҙемтәләрен бөтөрәсәкбеҙ.