9 декабрь, Йома

12 август 2013 йыл, 12:00

Сентябрь айында Өфөлә Мостай Кәримгә һәйкәл асыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Монтажлау эштәрен сентябрь урталарында тамамлау планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Скульптура янында сквер булдырыу планлаштырыла. Унда сәскә түтәлдәре, ике фонтан, заманса яҡтыртыу системаһы, йәйәүлеләр өсөн яңы юлдар булдырыласаҡ.

Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге — алты метр, оҙонлоғо 15 метр буласаҡ. Яңы скульптура алға табан атлаусы шағирҙы, шулай уҡ уның «Ташлама утты, Прометей!», «Салауат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм башҡа билдәле әҫәрҙәренең геройҙарын һынландырасаҡ.