8 декабрь, Кесе йома

12 август 2013 йыл, 11:25

Рөстәм Хәмитов ташҡындан һуң тергеҙеү эштәрен тиҙләтергә ҡушты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Альберт Заһиров

Әбйәлил районындағы ғәҙәттән тыш хәл зонаһын тикшереү барышында Башҡортостан Президенты ташҡындан һуң тергеҙеү эштәре темптарын тиҙләтергә ҡушты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ташҡынға бәйле хәл тотороҡланды, хәҙер бөтә көстө емерелгән инфраструктураны, юлдарҙы, күперҙәрҙе тергеҙеүгә, зыян күреүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтергә кәрәк.

Республика етәксеһе Әбйәлил районында ваҡ таш сығарыу карьерында булды. Әлеге ваҡытта предприятиела эш ҡайнай, сөнки юлдарҙы һәм күперҙәрҙе тергеҙеү өсөн тиҙ арала төҙөлөш материалы кәрәк. Президент карьер эшмәкәрлеге менән танышты. Хеҙмәткәрҙәр менән аралашып, эш темптарын арттырыу кәрәклеген билдәләне.

Әбйәлил районына сәфәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты килеп тыуған хәлдә республикалағы барлыҡ хеҙмәттәрҙең дәррәү эшләүен билдәләне. Ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡты эвакуациялау буйынса эште ваҡытында ойоштора алды. Район һәм республиканың оператив штабтары ла яҡшы эшләне. Күп ойошмалар ярҙам ҡулы ҡуҙҙы. Күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Башҡортостандың ташҡындан зыян күргән райондарына ярҙамға Магнитогорскиҙан һигеҙ самосвал һәм ике экскаватор килде.

— Миңә Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы шылтыратты, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Әммә хәрби техника йәлеп итеүҙең кәрәге булманы. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ.

Иң мөһиме — йәрәхәт алыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Уның һүҙҙәресә, әлеге ваҡытта тергеҙеү эштәрен башҡарыу мөһим.

— Зыян күреүселәргә бөтә республика менән ярҙам итәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Был маҡсаттарға аҡса бар.

Килтерелгән зыянды баһалау һәм документтар әҙерләүҙе иҫәпкә алғанда, ике аҙнанан зыян күреүселәргә тәүге ярҙам йүнәлтелергә тейеш.