10 декабрь, Шәмбе

12 август 2013 йыл, 9:26

Иҫке Балтас ауылында яңы күпер төҙөлдө

автор: Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова

Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылының ике биҫтәһен композит материалдан һалынған яңы күпер тоташтырҙы. Төҙөлөш эштәрен «Рускомпозит» компаниялар төркөмө башҡарҙы. Заказсы булып муниципаль властар сығыш яһаны. Яңы күпер асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Күперҙең оҙонлоғо – 20 метр, ауырлығы – 10,5 тонна. Ул 26 тонна йөк күтәрергә һәләтле. Ҡоролма инновацион технологиялар буйынса тоташ композит материалдан һалынған, шуға ла тутығыуға бирешмәйәсәк.

— Европаның күп кенә илдәрендә ошондай уҡ күперҙәр һалалар, әммә Рәсәй өсөн был беренсе тәжрибә булып тора, — тип хәбәр итте «Рускомпозит» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Тәлғәт Фәтҡуллин. Киләсәктә компания 30 һәм 36 метр оҙонлоҡтағы күперҙәр проектларға ниәтләй.