Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Татарстандың ветерандар ойошмалары үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта

Йәмғиәт

Республика ветерандар советы «Башҡортостан» теплоходында «Өфө – Ҡазан — Өфө» маршруты буйынса ветерандар активы өсөн семинар ойошторҙо.

Сарала ҡала һәм райондарҙың ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Республиканың бөтә төбәктәренән килгән ветерандар үҙ-ара танышып, мөһим темалар буйынса фекер алышыу, власть структуралары менән килешеп эш итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлегенә эйә булды.

Шулай итеп, Башҡортостандан 96 вәкил Татарстандың баш ҡалаһында коллегалары менән осрашты, Волга буйының иҫтәлекле урындары менән танышты.

Бөйөк еңеүгә 70 йыл тулыу алдынан ойошторолған семинар ике туғандаш республика – Башҡортостан менән Татарстандың ветерандар ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек ептәрен яңыртыуға һәм нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть