9 декабрь, Йома

09 август 2013 йыл, 16:29

Рөстәм Хәмитов: «Уҡытыу процесында 3D-ҡорамалдар ҡулланыу – заман талабы»

автор: Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 9 августа, Бөрөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә электрон белем биреү мәсьәләһе төп темаларҙың береһе булып торҙо.

Һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәрендә ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса ҙур эштәр алып барыла. Компьютерҙар менән тәьмин ителеш 54399 берәмеккә етте, тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәлә сығыш яһап. Республика башлығы билдәләүенсә, бөгөн донъяла мәктәптәрҙең тулыһынса электрон форматҡа күсеүе буйынса миҫалдар бар.

— Быларҙың барыһы ла тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. Бөгөн беҙҙең балалар үҙгәрҙе. Уларҙың өйҙәрендә компьютерҙар бар, улар башҡаса фекер йөрөтә, ә беҙ уларҙы иҫке вариант буйынса уҡытыуҙы дауам итәбеҙ, — тип билдәләне Президент. – Был яңы тормош, шуға күрә белем биреүҙә лә яңы алымдар булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов төбәктең Мәғариф министрлығынан был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуҙарын талап итте. Республикала яңы асыштар яһаған, электрон технологияларҙы ҡулланылышҡа индергән ғалимдар бар. Әммә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, белем биреү өлкәһенә етди үҙгәрештәр индереү өсөн, быларҙың барыһын да бер системаға туплау шарт.

— Яңы белем биреү системаһына күсеү ваҡыт һәм аҡса талап итә, әммә быны үтәү мөһим, — тип билдәләне төбәк башлығы. – Яңы ҡорамалдар ҡиммәт тора, мәҫәлән, бер интерактив проекторҙың хаҡы яҡынса өс миллион һум тәшкил итә. Әлбиттә, барлыҡ мәктәптәрҙе лә бындай ҡорамалдар менән йыһазландырып булмаясаҡ.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, уҡытыу процесында 3D-ҡорамалдар ҡулланыу – заман талабы. Төбәк башлығы муниципалитет етәкселәренә мәктәптәргә интерактив таҡталар һәм заманса ҡорамалдар һатып алыу өсөн мөмкинлектәр табыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

— Ул ваҡытта балаларҙы мәктәптән сығара алмаясаҡһығыҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты Кореяла ҡулланылған тәжрибә тураһында һөйләне. Унда башланғыс мәктәптән алып университетҡа тиклем – бөтә мәғариф системаһы яйға һалынған. Рәсәйҙә был эш әлегә тик өлөшләтә генә башҡарыла, әммә системаның үҙе юҡ. Президент фекеренсә, бының өсөн юл карталарын, электрон белем биреү үҙәктәрен булдырыу зарур.

— Был системаны тулыландырырға кәрәк. Һәм был эште бергәләп башҡарасаҡбыҙ, — тине республика башлығы.