10 декабрь, Шәмбе

09 август 2013 йыл, 15:28

Өфө сәнғәт академияһы хоры халыҡ-ара конкурс премияларына лайыҡ булды

автор: Ольга Мортазина

Санкт-Петербургта Юрий Фалик исемендәге IX «Йырлы донъя» («Поющий мир») халыҡ-ара конкурсы тамамланды. «Камера хорҙары» һәм «Халыҡ музыкаһы» номинацияларында Өфө дәүләт сәнғәт академияһы коллективы (етәксеһе Алһыу Хасбуллина) икенсе урындарға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бәйгелә Ҡытай, Япония, Финляндия, Италия, Польша, Украина, Эстония һәм Рәсәйҙән 20-гә яҡын хор ҡатнашты.

Сараны асыу тантанаһы 2 августа Изге Петр һәм Павел сиркәүендә үтте. Хорҙар Санкт-Петербургтың һәм уның эргәһендә урынлашҡан биҫтәләрҙең үҙәк майҙандарында сығыш яһаны. Байрамды ябыу тантанаһы һәм гала-концерт 7 августа Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһында үтте.

темалар: музыка