5 декабрь, Дүшәмбе

09 август 2013 йыл, 14:30

Республика уҡытыусылары мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе һәм бурыстарҙы тикшерә

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Бөрө ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша.

— Беҙҙең кәңәшмә республика торошонда мөһим этап булып тора. Мәғариф һәм педагогик эшмәкәрлек – ҙур бер донъя, беҙҙең тормошобоҙ уға тығыҙ бәйле, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Республика етәксеһе алдағы йылға мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйған төп бурыстар араһында – заманса смарт-белем биреү, аҡыллы белем биреү системаһын ғәмәлләштереү.

Рөстәм Хәмитов демографик күрһәткестәргә ентекле туҡталып үтте. Киләсәктә шул күрһәткестәргә таянып, яңы белем биреү учреждениелары төҙөү планлаштырыла.

Башҡортостан Президенты мәғариф өлкәһендәге оптималләштереү процесын анализланы. 2005 йылға тиклем республикала 3200-3300 мәктәп булған. 2010 йылға уларҙың һаны 1800-гә тиклем кәмегән. Һуңғы ике йыл эсендә йәнә 150-200 уҡыу йорто оптималләштерелгән. Был юҫыҡтағы төп эштәр 2010 йылға тиклем башҡарылған.

Федераль ҡануниәт менән билдәләнгән нормаларға ярашлы, бер уҡытыусыға 15 уҡыусы тура килергә тейеш. Оптималләштереү шул нормаларҙан сығып үткәрелә.

— Мин баштан уҡ был һанды үҙгәртеү яҡлы сығыш яһаным, сөнки республикала ауылда йәшәүселәр һаны бик күп, — тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы мәктәптәрҙе ябыу процесын туҡтатыр өсөн был күрһәткесте кәметергә тәҡдим итә.

— Беҙ мәктәптәрҙе ябырға тейеш түгел, ә бының маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауынан сығып эш итергә тейешбеҙ, — тигән фекерен белдерҙе республика етәксеһе. – Бер уҡытыусыға 11-12 бала тигән күрһәткескә өлгәшеү өсөн эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә тармаҡты финанслау күләмдәре лә тикшерелде. Йыл һайын мәғариф өлкәһенә йүнәлтелгән средстволар күләме 20-25 процентҡа арта һәм үткән йыл йомғаҡтары буйынса ул 48,3 миллиард һум тәшкил итте. Был аҡса хеҙмәт хаҡын арттырыуға, мәктәптәрҙе яңыртыуға, яңы ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелде.

— Был ғына һандар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, беҙгә ҙурыраҡ һандар кәрәк. Төбәктә дәрестәр үткәреү өсөн яраҡлы булмаған мәктәптәр бар. Быны йәшермәйбеҙ. Мәғариф системаһы бюджетын арттырырға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.