7 декабрь, Шаршамбы

09 август 2013 йыл, 12:34

Рөстәм Хәмитов Бөрөлә ғәҙәти булмаған «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһында булды

автор: Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрөгә эш сәфәре барышында ҡаланың 220 урынға иҫәпләнгән «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһында булды. Учреждение 2012 йылдың декабрендә эшләй башлаған. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 127 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Рөстәм Хәмитов ҙур, яҡты бүлмәләрҙе, йыйылыштар залын, бассейнды ҡарап сыҡты. Балалар баҡсаһы заманса мультимедия ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, әҙерлек төркөмөндә кескәйҙәрҙе мәктәпкә әҙерләү өсөн интерактив өҫтәл һәм иҙән бар. Пескография менән шөғөлләнеү өсөн дә махсус техника һатып алынған. Шулай уҡ сабыйҙар өсөн экология бүлмәһе йыһазландырылған.

«Баҙлауыҡ»та ҡышҡы баҡса, психолог, логопед бүлмәләре бар. Ата-әсәләр менән бергә педагогтар балаларҙы тәрбиәләүҙә Николай Вераксаның «Тыуғандан алып мәктәпкә тиклем» программаһын ҡуллана.

Бөрөлә «Баҙлауыҡ» — бындай юғары кимәлдәге тәүге балалар баҡсаһы.