Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты мәғариф өлкәһендәге яңы электрон технологиялар менән танышты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 9 августа, Бөрө ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә блды. Бөгөн ул ҡалала иң заманса учреждениеларҙың береһе һанала. Әлеге мәктәп миҫалында республика етәксеһен яңы электрон технологиялар менән таныштырҙылар, артабан уларҙы бөтә республика буйлап ҡулланылышка индереү планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов биология, физика, математика кабинеттарында булды. Төбәк башлығы дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә алынған, өҫтәмә 3D-ҡорамал менән йыһазландырылған интерактив таҡталарҙы ҡараны. Биология бүлмәһендә йәш белгес Наталья Белова 3D-проектор ярҙамында белем биреү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Президентты шулай уҡ кабинетта урынлашҡан һанлы лабораторияла тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлектәре менән таныштырҙылар.

Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов республикала мәктәптәрҙе яңыртыу барышы тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, төбәк мәктәптәрендә 350 интерактив таҡта урынлаштырылған, йәнә 650 бындай ҡорамал һатып алыу планлаштырыла. Өҫтәмә 3D-ҡорамал комплектҡа инмәй. Башҡортостан мәктәптәре өсөн уларҙы һатып алыуға йәнә 38 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү буйынса электрон дәреслек менән танышты. Ул китап форматында эшләнгән, монитор һәм дәфтәр менән йыһазландырылған.

Республика Президенты билдәләүенсә, бөгөн Бөрөлә үтәсәк уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә заманса электрон эшләнмәләр ярҙамында әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә ҡулланылған технологияларҙы яңыртыу мөмкинлектәре тикшереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть