Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Шишмә районында йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға дәүләт ярҙамы алды

Йәмғиәт

Шишмә районында торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләү алыуға хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте. Дәүләт ярҙамы алған өс ғаилә йыл аҙағынаса бүленгән средстволарҙы файҙаланырға тейеш. Дәүләт ярҙам күләме торлаҡ хаҡының 35 процентын тәшкил итә.

Сертификаттар 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһы сиктәрендә тапшырыла.

Бынан тыш, «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» программаһы буйынса районда йәшәгән биш ғаиләгә субсидия бирелде. Ағымдағы айҙа социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға сираттағы маҡсатлы субсидия бүленеүе көтөлә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең йәштәр эштәре бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть