10 декабрь, Шәмбе

09 август 2013 йыл, 11:05

Әбйәлил районында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары ауылдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итте

автор: Людмила Терновая

Әбйәлил районында ауылдаштар осрашыуын үткәреү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары 12 ауыл биләмәһендә үтте. Байрамдарға әҙерлек эштәре район хакимиәте контроле аҫтында барҙы, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла был уртаҡ эшкә күп көс һалды. Шулай уҡ район Советы һәм ауыл биләмәләре депутаттары, эшҡыуарҙар, хужалыҡ етәкселәре сараларҙы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Осрашыуҙар Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә ойошторолдо. Байрамдарға әҙерлек сиктәрендә скверҙар, күперҙәр яңыртылды, Тәпән, Таштимер, Дәүләт, Тоҙлокүл ауылдарында зыярат ҡоймалары ремонтланды, шулай уҡ юлдар төҙөкләндерелде. Рысҡужа, Әбделмәмбәт, Әбдрәш, Тоҙлокүл, Күсем, Тәпән ауылдарында мәҙәниәт учреждениелары ремонтланды. Башланғыс мәктәптәр, балалар баҡсалары, медпункттар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, сауҙа учреждениеларында ремонт эшләнде. Быйыл хатта ҙур булмаған ауылдар – Борисов, Түбәнге Әбдрәш, Урал ауылдары төҙөкләндерелде.

12 ауылда урынлашҡан 1938 йорттоң барыһы ла тиерлек тәртипкә килтерелде. Йорт хужалары ҡыйыҡтарын, ҡоймаларын алмаштырҙы, баҡсаларын төҙөкләндерҙе. Ҡайһы берәүҙәр йорт алдарында уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөнө.

Ойоштороу комитеты беренсе урынды Амангилде ауыл биләмәһенә ҡараған Рысҡужа ауылына бирҙе. Икенсе урынға – Әбделмәмбәт ауылы (Хәлил ауыл биләмәһе), өсөнсө урынға Тәпән ауылы (Рауил ауыл биләмәһе) лайыҡ булды. Еңеүселәр иҫәбенә ингән ауыл биләмәләренә аҡсалата премия ҡаралған.