8 декабрь, Кесе йома

09 август 2013 йыл, 10:29

Журналистар, экологтар һәм Өфө районы вәкилдәре эш сәфәре менән - «Кроношпан» заводында

автор: Галина Бахшиева

Республика һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары, дәүләт һәм бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмалары экологтары, шулай уҡ Өфө районы вәкилдәре бөгөн, 9 августа, Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһында урынлашҡан «Кроношпан» предприятиеһына юлланды. Делегация составында – 22 кеше.

Ағасты тәрән эшкәртеү буйынса предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу эш сәфәренең төп маҡсаты булып тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Өфө районында шундай уҡ производство төҙөү планлаштырыла.

Бөгөнгө көндә Егорьевск ҡалаһында урынлашҡан завод Рәсәйҙә «Кроношпан» компанияһының тәүге предприятиеһы булып тора.

— Эш сәфәре программаһында завод буйлап экскурсия һәм предприятие етәкселеге менән осрашыу ҡаралған. Башта был сәфәрҙе матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн бер көнөлөк тур итеп ойошторорға планлаштырылғайны. Әммә аҙаҡтан турҙа ҡатнашыусылар составын киңәйтергә, унда экологтарҙы һәм Өфөгә яҡын урынлашҡан ауыл вәкилдәрен индерергә ҡарар ителде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте белгесе Павел Самойлин.