9 декабрь, Йома

09 август 2013 йыл, 10:04

Өфөлә 13-сө ҡала дауаханаһының яңы бинаһы асылды

автор: Дмитрий Слезин

Кесе йома, 8 августа, Өфөлә 13-сө ҡала клиник дауаханаһының яңы бинаһы асылды. Тантаналы сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев ҡатнашты.

2-се поликлиника бүлеге бинаһы 1953 йылда төҙөлгән. 2010 йылда ул авария хәлендә тип танылған һәм һүтеп алынған.

Ҡала хакимиәте майҙаны 7700 квадрат метр тәшкил итәсәк яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән. Әле 2-се корпустың биш ҡатлы яңы бинаһы барлыҡ кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм компьютерҙар менән тәьмин ителгән. Объекттың смета буйынса хаҡы 357,9 миллион һум тәшкил итте. Төҙөлөш-монтажлау эштәренә – 375,94 миллион һум, ҡорамалдарға 281,96 миллион һум тотонолған.

Яңы бинала ашығыс ярҙам бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, тар белгеслектәге табиптар бүлмәләре, конференц-зал урынлашҡан. Поликлиниканың яңы корпусы сменаһына 900 кешене хеҙмәтләндерә аласаҡ.