9 декабрь, Йома

09 август 2013 йыл, 9:32

Рөстәм Хәмитов «Транснефть» компанияһы президенты Николай Токарев менән осрашты

автор: "Башинформ"

7 августа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Транснефть» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Николай Токарев менән осрашыуы үтте. Унда 2014-2018 йылдарҙа Башҡортостанда «Транснефть» системаһы предприятиеларын үҫтереү программаһы, 2013 йылда республика бюджетына һалым түләү буйынса иҫәптәрҙең торошо һәм 2015 йылға тиклемге осорға пландар, «Транснефть» компанияһының Башҡортостан Республикаһы программаларында ҡатнашыуы һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыуҙан һуң журналистар менән аралашыу барышында Николай Токарев «Транснефть» компанияһы вәкилдәренең республика етәкселеге менән даими осрашып тороуы хаҡында әйтте.

— Хеҙмәттәшлектең финанс аспекттарын да тикшерҙек, улар тулыһынса өмөтлө, тип иҫәпләйем. «Транснефть» Башҡортостанда тормошҡа ашырылған хәйриә һәм социаль программаларҙа ҡатнашасаҡ. Был инвестиция программаһына – алдағы биш йылда беҙҙең объекттарҙы ремонтлау һәм реконструциялау программаһына ла ҡағыла. Әлеге эшкә 38 миллиард һум самаһы аҡса тотоноласаҡ. Ғөмүмән, осрашыу йомғаҡтары менән ҡәнәғәтбеҙ, — тине акционерҙар компанияһы башлығы.

Рөстәм Хәмитов, «Транснефть» компанияһы бүлендек йәмғиәттәренең республика Хөкүмәтенә ҡараған миноритар акциялар пакетын һатыу буйынса килешеү тамамланды, тип өҫтәне. Был килешеү һөҙөмтәһендә байтаҡ килем алынған, ул 12,5 миллиард һум тәшкил итә. Бынан тыш, алдағы биш йылға йылына 500-әр миллион һумлыҡ хәйриә программаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләшеп килешелде. Был күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итергә, атап әйткәндә, бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡын күтәрергә, социаль объекттар төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙә ундай объекттар етерлек, уларҙың бөтәһе лә республиканың адреслы инвестиция программаһында ҡаралған. 2013 йылды һәйбәт финанс һөҙөмтәләре менән тамамлауға иҫәп тотола. Республика Президенты килешеүҙе ярайһы уҡ тиҙ төҙөгәне, был пакеттар өсөн юғары хаҡ билдәләгәне өсөн Николай Токаревҡа рәхмәт белдерҙе.