Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡаланың Беренсе йәмиғ мәсете эргәһендә фонтан һәм ҡунаҡхана төҙөләсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан баш ҡалаһының Беренсе йәмиғ мәсетендә яңыртыу эштәре бара. Уның колонналары һәм диуарҙары аҡ төҫкә буяла, ишек алды реконструкциялана, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы Киров районының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Шулай уҡ мәсет биләмәһен төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Проектҡа ярашлы, мәсет эргәһендә ултырып ял итер өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, фонтан эшләйәсәк.

Айырым торған өс ҡатлы бинала 10-15 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана урынлашасаҡ. Шулай уҡ ризыҡланыу һәм тәһәрәтләнеү бүлмәләре булдырыу ҡаралған. Ошонда уҡ мосолман әҙәбиәте һәм сувенирҙар һата торған кибет урынлашасаҡ.

Төҙөлөш менән бер нисә ойошма мәшғүл. Эштәрҙе ағымдағы йылдың сентябрь-октябрь айҙарында тамамлау планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть