3 декабрь, Шәмбе

07 август 2013 йыл, 15:20

Өфөлә «Һөт иле-2013» бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

31 августа Өфөлә өсөнсө «Һөт иле-2013» бөтә Рәсәй фестивале үтә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара Ленин исемендәге майҙанда үтәсәк. Йола буйынса, унда һөт йәрминкәһе, малсылыҡ фермаһы, һөт кафеһы, сәләмәтлек һәм матурлыҡ академияһы ойоштороласаҡ. Бынан тыш, байрам ҡунаҡтары өсөн яңы майҙансыҡтар ҙа эшләйәсәк.

Сараны ойоштороусылар булып БР Ауыл хужалығы министрлығы, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостандың һөтсөлөк союзы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙммәттең БР буйынса идаралығы ярҙамында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Милли һөт етештереүселәр союзы сығыш яһай.

Байрам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми сайтында урынлаштырылған.