8 декабрь, Кесе йома

07 август 2013 йыл, 14:47

Башҡортостан йәштәре «Селигер-2013» форумынан ҡайтты

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларынан, Белорет, Туймазы, Учалы райондарынан йәмғеһе 80 кеше «Селигер-2013» Бөтә Рәсәй йәштәр форумынан ҡайтты. Сара 28 июлдән 5 авгусҡа тиклем Тверь өлкәһендә үтте. Унда йәштәр ойошмаларының биш меңдән ашыу лидеры ҡатнашты. Аҙна дауамында ҡыҙҙар һәм егеттәр 2013-2014 йылдарға йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәре буйынса саралар программаһын әҙерләү өҫтөндә эшләне.

Граждандар форумы туғыҙ профилле смена буйынса эшләне. Улар араһында «Эшләүсе йәштәр», «Рәсәйҙең патриотик клубтары», «Йәштәр ойошмалары сменаһы», «Йәштәр туризмы», «Студенттар ойошмалары», «Йәш экологтар» һәм башҡалар булды.

Ҡатнашыусылар тарафынан тәҡдим ителгән 100 иң яҡшы проект «Селигер-2013» форумының гранттарына лайыҡ булды. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ биш грант яуланы.

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Бәләбәйҙәге бүлеге вәкиле Александр Краснов иҫәпләүенсә, «Селигер» йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

Йәмәғәт ойошмаһының Ҡалтасы районындағы бүлексәһе ағзаһы Ринат Насретдинов билдәләүенсә, форум — идеяларҙы тормошҡа ашырыу, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу өсөн яҡшы майҙансыҡ.

— Сарала йәштәр Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең сәйәси хәле тураһында бик күп мәғлүмәт алды. Лекциялар, семинарҙар йәштәргә үҙ идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итер, тип ышанам, — тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» йәмәғәт ойошмаһы вәкиле.