11 декабрь, Йәкшәмбе

07 август 2013 йыл, 14:06

Республиканың төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

автор: Эльвира Латипова

11 августа билдәләнгән һөнәри байрам – Төҙөүселәр көнө алдынан республикала төҙөлөш өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Наградлау тантанаһы 7 августа БР Хөкүмәтендә үтте. Наградаларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов тапшырҙы.

Вице-премьер билдәләүенсә, Башҡортостанда төҙөлөш өлкәһенә ҙур инвестициялар йүнәлтелә, тармаҡты яңыртыу буйынса эштәр башҡарыла, кадрҙар потенциалын иҫәпкә алғанда, был өлкәнең киләсәге өмөтлө күренә.

БР Президенты Указы менән «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән «Башҡортостан Промстройпроекты» проектлау һәм конструкторлыҡ институты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Вил Хәсәнов наградланды.

17 белгес Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарына лайыҡ булды. Улар араһында иретеп йәбештереүсе, слесарь, ташсы, маляр, тракторсы, бульдозер машинисы кеүек эшсе һөнәр эйәләре бар. Республиканың Почет грамотаһы менән БР Социаль торлаҡ төҙөү фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев та билдәләнде.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә 21 кеше лайыҡ булды. Улар араһында төҙөлөш ойошмалары етәкселәре, участка начальниктары, муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары, эшселәр бар.

«Башкиргражданпроект» проектлау институты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «АС-Проект» проектлау институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш архитекторҙары Роберт Александров һәм Татьяна Повещенко республиканың атҡаҙанған архитекторҙары тип танылды. Республика капиталь төҙөлөш идаралығының бүлек начальнигы Нина Тушева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ булды.

Төҙөлөш индустрияһында хеҙмәт иткән алты кеше «Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе» түш билдәһе менән наградланды.