Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан спортсылары 2013 йылғы Сурдлимпия уйындарынан миҙалдар менән ҡайтты

Спорт

6 авгусҡа ҡарай төндә Өфө аэропортында 2013 йылғы Сурдлимпия уйындары триумфаторҙарын тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар.

Дөйөм команда иҫәбендә Рәсәй йыйылма командаһы 67 алтын, 52 көмөш һәм 58 бронза миҙал яуланы. Башҡортостан спортсылары ла был уңышҡа үҙ өлөшөн индерҙе: яҡташтарыбыҙ 9 алтын, 5 бронза һәм бер көмөш миҙал менән ҡайтты.

Алтын миҙалдарҙың күбеһен беҙҙең дзюдосылар яуланы.

— Бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙгә шатмын, — тип тәьҫораттары менән бүлеште спортсыларҙың тренеры Валентин Пегов.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ла шатлығын йәшермәне.

— Ярыштар алдынан спортсылар менән осраштым, һәм беҙ ниндәй ҙә булһа күҙаллауҙар яһарға ашыҡманыҡ, сөнки спорт ярыштарында көтөлмәгән төрлө хәлдәр килеп тыуыуы мөмкин. Һөҙөмтәләрҙән бик ҡәнәғәтбеҙ, — тине министр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть