Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфө атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу буйынса Рәсәйҙә 13-сө урында тора

Йәмғиәт

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең 2012 йылғы мәғлүмәттәре буйынса РИА Рейтинг атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарған иң ҙур ҡалалар исемелеген төҙөгән. Исемлеккә 100 ҡала ингән, улар араһында Башҡортостандың дүрт ҡалаһы ла бар.

Миллионлы халҡы булған Өфө 13-сө урында тора. Үткән йылда атмосфераға бүленеп сыҡҡан зарарлы матдәләр күләме 205,5 мең тонна тәшкил иткән. Һуңғы ике йыл эсендә күрһәткес 24,5 процентҡа кәмегән.

270 мең кеше йәшәгән Стәрлетамаҡ – 43-сө урында. Ҡала заводтары һауаға 69 мең тоннаға яҡын зарарлы матдәләр бүлеп сығарған. 2010 йыл менән сағыштыранда, был ике тапҡырға кәмерәк – минус 50,7 процент.

51-се баҫҡыста Благовещен урынлашҡан. Сәнәғәт ҡалдыҡтары күләме унда 58,3 мең тонна тәшкил иткән. Ҡалала 34 мең кеше йәшәй. 2010 йыл менән сағыштырмаса, экологик хәл шулай уҡ яҡшырған: ҡалдыҡтар күләме 15 процентҡа кәмегән.

Салауат ҡалаһы (155 мең кеше) 62-се урынды биләй. Унда һауа атмосфераһына 44,5 тонна зарарлы матдәләр бүленеп сыҡҡан.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть