Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Силәбелә башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаларының тәүге форумы үтте

Йәмғиәт

Силәбелә башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаларының «Йәштәр йыйыны» исемле тәүге форумы үтте. Сараны ойоштороусы булып Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы сығыш яһаны.

Съезд эшендә башҡорт йәштәренең төрлө йәмәғәт хәрәкәттәре һәм ойошмаларынан 50-нән ашыу делегат ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында шулай уҡ Ырымбур башҡорттары вәкиле Марсель Сәйәхов һәм Бөтә донъя башҡорттары исеменән сығыш яһаған «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев булды.

— Бындай сара үткәреү идеяһы күптән барлыҡҡа килде. Башҡорт йәштәре ойошмалары активистарының бер-береһе менән танышыуы, үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу форумдың төп маҡсаттары булды, — тип билдәләне Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Әлфир Илбаҡтин. — «Йәштәр йыйыны» инициативалы йәштәрҙе берләштереү юлында яҡшы башланғыс булып тора. Түңәрәк өҫтәл үткәреү барышында социаль характерҙағы айырым йүнәлештәр билдәләнде, шулай уҡ әлеге форумды йыл һайын фәнни-ғәмәли конференция форматында уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, — тип хәбәр итте Әлфир Илбаҡтин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть