10 декабрь, Шәмбе

07 август 2013 йыл, 10:51

Баш ҡалала «Театрҙар төнө» үтәсәк

автор: Ольга Мортазина

Баш ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яңы акция әҙерләй: 12 сентябрҙә Өфөлә «Театрҙар төнө» үтә. 18.00 сәғәттән һуң баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙҙәре теләгән театрға һәм мәҙәниәт һарайына бара аласаҡ. Ҡаланың үҙәк майҙандарында үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыш яһауы көтөлә. Дөйөм алғанда 20-гә яҡын майҙансыҡ эшләйәсәк, махсус автобустар ҙа йөрөйәсәк.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Театрҙар төнө»н үткәреүгә ведомство 100 мең һум күләмендә Президент грантын алған. Был сара «Музейҙар төнө», «Кино төнө», «Китапханалар төнө» кеүек акцияларҙың дауамы булып тора.

темалар: акциялар