5 декабрь, Дүшәмбе

07 август 2013 йыл, 10:22

Республика Президенты: «Биотехнологиялар эшләү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итергә кәрәк»

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Республикала биотехнологиялар инжиниринг үҙәген төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыуға Башҡортостан 2013 йылда федераль бюджеттан 50 миллион һумдан ашыу аҡса алырға планлаштыра.

Кисә, 6 августа, Башҡортостанда биотехнологияларҙы үҫтереү һәм уларҙы ауыл хужалығында ҡулланыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, биотехнологиялар һәр яҡлап та перспективалы тармаҡ булып тора.

— Беҙҙә биотехнологиялар өлкәһендә эшләгән һәм биотехнология продукттары етештергән бер нисә предприятие бар. Был үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм ерҙәрҙе яңыртыу препараттары, биологик ашламалар, малсылыҡ тармағы өсөн дарыу препараттары, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы утилләштереү саралары. Бындай продукция етештергән предприятиелар араһында — «Агромастер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БашИнком» ғилми-үҙләштереү предприятиеһы, «Биомедхим», «Экохимтех» һәм башҡалар. Улар ярайһы уҡ уңышлы эшләй, әммә бергә хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостанда иген культураларын һәм башҡа үҫемлектәрҙе тәрән эшкәртеү буйынса алға китеш бар. Әммә был йүнәлештәге тәүге аҙымдар бының еңел булмауын күрһәтә. Тармаҡты финанслауҙан тыш, барлыҡ кәрәкле процестарҙы ойоштороу, белгестәр әҙерләү, бындай предприятиеларҙы республика биләмәһендә локалләштереү кеүек мәсьәләләр килеп тыуа. Төбәк башлығы бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бергәләп ныҡышмалы эшләргә кәрәклеген билдәләне.

Мәҫәлән, Рөстәм Хәмитов биотехнологиялар менән ҡулланыусылар өсөн ҡайһы бер ташламалар булдырырға тәҡдим итте. Икенсе вариант – биотехнология продукцияһын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә алырға йәки субсидия бүлергә тейеш.

— Беҙ дөрөҫ йүнәлеш буйынса эш башланыҡ. Биотехнологиялар эшләү һәм уларҙы ҡулланылышҡа индереү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итеү зарур. Республикалағы инновацион предприятиеларҙың яңы биотехнология препараттарын теркәүгә сығымдарын субсидиялау механизмын әҙерләргә кәрәк. Был эште Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы башҡарырға тейеш, — тине Башҡортостан Президенты.