9 декабрь, Йома

06 август 2013 йыл, 17:31

Башҡортостан баш ҡалаһына Ҡаҙағстандан «Дуҫлыҡ каруаны» килде

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөгә Ҡаҙағстандан «Дуҫлыҡ каруаны» килде. Ҡунаҡтарҙы бөгөн, 6 августа, «Ихлас» мәсетендә ҡаршы алдылар.

Ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Үҙенең сәләмләү һүҙендә мөфтөй сәфәрҙең Ураҙа айы менән бер ваҡытҡа тап килеүен билдәләне. Ул каруанға татыулыҡ, дуҫлыҡ, изге миссияның хәйерле тамамланыуын теләне.

Шулай уҡ мәсеткә килгән кешеләр алдында «Дуҫлыҡ каруаны» етәксеһе – Ҡаҙағстандағы Чимкент ҡалаһы татарҙары һәм башҡорттарының этномәҙәни берләшмәһе рәйесе Арыҫлан Абдуллин сығыш яһаны. Үҙенең сәләмләү һүҙендә ул каруан ойоштороу идеяһының биш йыл элек Ҡаҙағстанда үткән Бөтә донъя татарҙары конгресында барлыҡҡа килеүе хаҡында әйтте. Бөгөн уның составында – 12 кеше. Улар араһында йырсылар, музыканттар, эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, студенттар бар. Сәйәхәтселәр Өфөгә Чимкенттан Караганда һәм Кустанай ҡалалары аша килгән. Артабан улар Аҡтүбәгә юлланасаҡ. Сәфәр Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында тамамланасаҡ.

Арыҫлан Абдуллин билдәләүенсә, «Дуҫлыҡ каруаны» төрлө ҡалаларҙа йәшәгән ижади кешеләргә үҙ-ара аралашыу, башҡа төбәктәрҙең мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ Финляндия, Ҡытай һәм Төркиәгә сәфәрҙәр маршруттары әҙерләнгән, тип хәбәр ителә islamrb.ru порталында.