11 декабрь, Йәкшәмбе

06 август 2013 йыл, 16:48

Өфө дәүләт авиация техник университетының беренсе курсына бюджет нигеҙендә 2071 студент ҡабул ителгән

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация техник университетының һәм уның филиалдарының беренсе курсына бюджет нигеҙенә 2071 студент ҡабул ителгән, үткән йыл менән сағыштырғанда, был яҡынса 300 кешегә күберәк. Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһындағы бойороҡтарға ӨДАТУ ректоры Морат Ғөзәйеров тантаналы рәүештә ҡул ҡуйған.

Быйыл абитуриенттар араһында конкурс тотош юғары уҡыу йорто буйынса бер урынға 14,7 кеше тәшкил иткән. Абсолют рекорд «Менеджмент» йүнәлеше буйынса теркәлгән, унда бер урынға 1017 абитуриент дәғүә иткән.

Уҡыу йортона ҡабул итеү буйынса максималь балл (275) информатика һәм робототехника факультетында теркәлгән.

11 абитуриент, математика, физика һәм информатика буйынса олимпиадаларҙа еңеүсе һәм призер булараҡ, авиация университетына конкурстан тыш ҡабул ителгән.

Маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса 501 абитуриент, шул иҫәптән предприятиеларҙан – 462 кеше, райондарҙан — 39 кеше Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән.